Концерт (шоу) «Рушан Биктимеров (ҡурай)»

закончилось 13 февраля 2020, 19:00 Башкирская государственная филармония им. Х. Ахметова

Уға Англия, Шотландия, Испания, Италия, Португалия, Франция, Германия, Төркиә, Эстония һәм башҡа илдәр халҡы  алҡышлай. Ул – республикабыҙҙың билдәле музыканты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Һүҙ Рушан Биктимеров хаҡында.

Быйыл Рушан Салауат улының икеләтә юбилейы: үҙенә 45 йәш, ә ижад ҡомарында ҡайнауына – 25 йыл. Мауыҡтырғыс, йыр-бейеүгә, ҡурай моңона бай тамашала билдәле йырсы Радик Вәлмөхәмәтов, виртуоз-баянсы Хәлит Фәтихов, «Байыҡ» бейеү телевизион конкурсы  еңеүсеһе, юбилярҙың бер туған апаһы Фатима Хәйретдинова, танылған музыкант Олег Кирәев етәкселегендәге «Орлан» джаз ансамбле, Әбйәлил районынан «Миләш» халыҡ фольклор һәм «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре ҡатнаша. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Музыканттың ижадын һөйөүсе дуҫтарыбыҙ, ғөмүмән, милли моңға битараф булмаған тамашасыларыбыҙ! 13 февраль Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залына рәхим итегеҙ! Байрамдарыбыҙ уртаҡ булһын! Ә Рушан Биктимеровҡа беҙҙе әле оҙаҡ йылдар буйына үҙенсәлекле башҡарыуы менән ҡыуандырһын ине, тигән теләктәбеҙ. Ижади үрҙәр!


А в кино сегодня показывают

10508
Лед-3
Фильмы и мелодрама
10700
Меч короля
биография, исторический и Фильмы
10564
Летучий корабль
Приключение, фэнтези, музыкальный и Фильмы
10666
Золото Умальты
вестерн, Приключение и Фильмы