Ләйсән өсөн тауыш бирегеҙ

19 ноября 2017, 09:15     ГТРК    
Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотарева «Россия 1» каналында «Зәңгәр ҡош» проекты геройҙарының береһе. Уның өсөн һеҙҙә тауыш бирә алаһығыҙ. «Оркестр» ҡыҙыҡай жюриҙы үҙенсәлекле тауышы һәм бер нисә музыка ҡоралында уйнай белеүе менән хайран ҡалдырҙы. Тапшырыу...

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотарева «Россия 1» каналында «Зәңгәр ҡош» проекты геройҙарының береһе. Уның өсөн һеҙҙә тауыш бирә алаһығыҙ. «Оркестр» ҡыҙыҡай жюриҙы үҙенсәлекле тауышы һәм бер нисә музыка ҡоралында уйнай белеүе менән хайран ҡалдырҙы. Тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң аҙна дауамында оҡшаған ҡатнашыусы өсөн PTICA.TV сайтында тауыш бирергә мөмкин.Теләгән һәр кем бер IP-адрестан биш тапҡырға тиклем тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Ҡатнашыусы өсөн смс-хәбәр ярҙамында ла тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн мобиль телефондан ҡыҫҡа 1075 һандарына тауыш бирергә теләгән ҡатнашыусының тәртип һанын ебәрергә кәрәк. Тамашасыларҙың онлайн һәм смс-хәбәр аша ебәргән тауыштары бергә иҫәпләнә.


Новости отборных СМИ РБ в телеграм-канале: https://t.me/rb7news

А интересные статьи тут: https://t.me/rb7ru Подписывайтесь!