Башҡортостанда ике комплекслы программа раҫланды

04 сентября 2018, 07:16     ГТРК    
Башҡортостанда урман сәнәғәте һәм һөт тармағы үҫешен тәьмин итеү буйынса республика комплекслы программаһы раҫланды. 2030 йылға тиклем һөт етештереү күләмен икеләтә арттырыу, ә урман сәнәғәтендә бар төрлө эшмәкәрлекте яйға һалыу күҙ уңында тотола.    Республика башлығы Рөстәм Хәмитов “...

Башҡортостанда урман сәнәғәте һәм һөт тармағы үҫешен тәьмин итеү буйынса республика комплекслы программаһы раҫланды. 2030 йылға тиклем һөт етештереү күләмен икеләтә арттырыу, ә урман сәнәғәтендә бар төрлө эшмәкәрлекте яйға һалыу күҙ уңында тотола.  

 Республика башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан һөт тауарҙарын етештереү буйынса илдә алдынғылар рәтендә, әммә һауым кимәле уртаса, беҙҙең бурыс — һөттө аграр иҡтисадтың үҫеш нөктәһенә әйләндереү”, — тип билдәләне.

Республика биләмәһенең 40 процентында үҫкән урмандар ҙа төбәк иҡтисадына һиҙелерлек килем килтерергә тейеш. Был йәһәттән комплекслы программаның маҡсаты — ағас эшкәртеү күләмен өс тапҡыр арттырыу мөмкинлеген булдырыу. Бының өсөн урман сәнәғәте комплексында эшмәкәрлекте көйләү һәм ағасты законһыҙ ҡырҡыу осраҡтарына сик ҡуйыу талап ителә.


Новости отборных СМИ РБ в телеграм-канале: https://t.me/rb7news

А интересные статьи тут: https://t.me/rb7ru Подписывайтесь!