Өфөлә тәүлек әйләнәһенә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямайҙар

10 апреля 2018, 13:19     Спутник FM    
Төҙөкләндереү эштәре төнгө ваҡытта ла дауам итә. Асыҡланыуынса, һәр ойошмала техника һәм эшселәр менән тәьмин ителеш 100%-ҡа үтәлә.

Өфө ҡала хакимиәте билдәләүенсә, эштәр рециклерҙар һәм термосбункерҙар ярҙамында башҡарыла. Миҙгел башынан 350 тоннаға яҡын асфальтобетон ҡойолмаһы 2 000 кв.метрҙан ашыу ергә һалына. Шуны билдәләп үтер кәрәк, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” проекты ярҙамында йыл һайын төҙөкләндереү күләме кәмей бара.

Был проект сиктәрендә уҙған йылда Өфө юл селтәренең 30 объекты төҙөкләндерелә. Бөгөнгө көндә эштәр дауам итә.

Фото: Интернет


Новости отборных СМИ РБ в телеграм-канале: https://t.me/rb7news

А интересные статьи тут: https://t.me/rb7ru Подписывайтесь!