Башҡортостанда йәшәүселәргә шәхси төҙөлөш йәки утын әҙерләү өсөн ағас алыу еңелләшә. «Һаҡсыл хөкүмәт» проектын ғәмәлгә ашырыу барышында килешеү төҙөү ваҡыты дүрт айҙан ике айға тиклем кәметелде. Был хаҡта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Мөлкәттәре янғындан йәки тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүселәр сираттан тыш ағас алыу хоҡуғына эйә, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Новости отборных СМИ РБ в телеграм-канале: https://t.me/rb7news
А интересные статьи тут: https://t.me/rb7ru Подписывайтесь!